Visa

Visa Inc.
Тип

Асыҡ компания

Нигеҙләнгән

1958

Уранлашыуы

Америка Ҡушма Штаттары АҠШ: Фостер Сити Калифорния

Төп фигуралар

Джозеф Сандерс (Председатель)
Райан Макинерни (Президент)
Альфред Л. Келли (CEO)

Тармаҡ

Финанс хеҙмәттәре

Продукция

Түләү системалары

Әйләнеш

6,911 млрд дол. (2009)[1]

Операцион килем

4,0 млрд дол. (2009)[1]

Килем

4,980 млрд дол.(2013)[2]

Капитализация

165,75 млрд дол. (2017)

Хеҙмәткәрҙәр һаны

19,500 (2019) [3]

Сайт

visa.com

 Visa Викимилектә

Inc Visa. ([ˈviːzə] йәки [ˈviːsə]) — түләү операция хеҙмәттәрен күрһәтеүсе, америка трансмилли компанияһы. Бер үк исемле ассоциацияһының нигеҙе булып тора. 2013 йылдың 20 сентябренән алып уның акцияларының хаҡы Доу-Джонс индексын иҫәпләүҙә ҡатнаша.

VISA International Service Association (рекурсив акроним) — халыҡ-ара түләү системаһы. Ассоциация хәҙерге ваҡытта үҙ эсенә ике компанияны ала (элек дүртәү ине): Inc Visa. (АҠШ, Фостер Сити), сауҙа маркаһына һәм ғәмәли технологияларға, һәм Visa Europe Services Inc. (Бөйөк Британия, Лондон), ул Европа банктары менән идара итә һәм Visa Inc. лицензиялары буйынса эшләй.

Visa карталарының дөйөм әйләнеше 8,3 триллион АҠШ доллары тәшкил итә. Visa карталары донъяның 200-ҙән ашыу илендәге сауҙа нөктәләрендә түләү өсөн ҡабул ителә.[4] Ойошма 15 500 финанс ойошмаһын ҡулланыусы инновацион түләүле продукттар һәм технологиялар әҙерләүҙә үҙәк роль уйнай (2019 йылдың 31 мартына ҡарата мәғлүмәттәр буйынса). 31.12.2018 мәғлүмәттәре буйынса 3,4 миллиард ашыу Виза карталары иҫәпләнә, улар 53,9 миллиондан артыҡ сауҙа нөктәләрендә түләү өсөн ҡабул ителә .[6]\

Түләү системаһының нигеҙе булып VisaNet - секундына 65 000-дән ашыу транзакция эшкәрткән глобаль инновацион процессинг селтәре тора.

VISA MasterCard- тан башлыса доллар операцияларына йүнәлеш алыуы менән айырылып тора, ә MasterCard — доллар һәм евро операция йүнәлештәре менән [5].

  1. 1,0 1,1 2009 Investor News Release. Дата обращения: 20 август 2010. Архивировано 24 август 2011 года.(недоступная ссылка)
  2. Форма 10-K, Visa Inc." 2016 йыл 4 март архивланған. годовой отчётности о прибылях.
  3. Visa Inc - Profile. Zoominfo.com. Дата обращения: 7 ғинуар 2020.
  4. Visa Global Presence. Дата обращения: 20 август 2010. Архивировано 24 август 2011 года.
  5. MasterCard или Visa: как выбрать выгодную платежную систему. // lf.rbc.ru. Дата обращения: 2014-7-17.

© MMXXIII Rich X Search. We shall prevail. All rights reserved. Rich X Search