Windows ( башҡ. тәҙрәләр,рус. Окна; халыҡ телендә— Виндоус, Винда, Виндус) — Microsoft корпорацияһының графиклы интерфейс ярҙамында идара итеүгә йүнәлтелгән коммерция операцион системалары (ОС) ғаиләһе. Башта Windows 1980 һәм 1990 йылдарҙа киң таралған MS-DOS операцион системаһы өсөн график өҫтәлмә ( надстройка) була. Net Applications ресурсы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2014 йылдың август айына Windows операцион системаһы шәхси компьютерҙарҙың 88 % менән идара итә. Windows x86, x86-64, IA-64 һәм ARM платформаларында эшләй. DEC Alpha, MIPS, PowerPC һәм SPARC өсөн версиялар ҙа булған.
© MMXXIII Rich X Search. We shall prevail. All rights reserved. Rich X Search